Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ғинуар 2023, 22:30

Яңы Ҡабанда автомобиль шиндарын эшкәртәләр

Башҡортостан Башлығы Краснокама районындағы үҙенсәлекле ойошма хаҡында һөйләне.

Яңы Ҡабанда автомобиль шиндарын эшкәртәләр
Яңы Ҡабанда автомобиль шиндарын эшкәртәләр

- Бизнес-шерифтар яйлап-яйлап мәсьәләләрҙе хәл итә һәм эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтә. 2022 йылдың февралендә Краснокама районы хакимиәтенә «Автомаркет» компанияһы директоры Азат Вәлиуллин мөрәжәғәт итә. Ул Яңы Ҡабан ауылында автомобиль шиндарын эшкәртеү буйынса цех асырға тәҡдим итә. Районда эшҡыуарға республика һәм федераль ярҙам саралары, субсидияны нисек алыу хаҡында һөйләйҙәр. Ул производствоны асты. 

Хәҙер Яңы Ҡабан ауылындағы предприятиела өҫтәмә смена индергәндәр, 5 эш урыны булдырыла. Күп тә түгел һымаҡ, әммә был ауыл ере өсөн бик һәйбәт. Продукцияға ихтыяж бар. Азат Вәлиуллиндың пландарында – артабан да үҫешеү. Ул яңы мөмкинлектәр эҙләй, башҡа төбәктәр менән эшләй.

Уңыштар теләйем һәм эшҡыуарҙарға ярҙам саралары бирелгән сайт хаҡында иҫкәртәм. Унда республикабыҙҙың барлыҡ бизнес-шерифтарының исемлеге бар, - тип яҙған Радий Хәбиров.

Яңы Ҡабанда автомобиль шиндарын эшкәртәләр
Яңы Ҡабанда автомобиль шиндарын эшкәртәләр
Яңы Ҡабанда автомобиль шиндарын эшкәртәләр
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: