Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ғинуар 2023, 11:15

СВО-ла һәләк булған Балтас депутатын һуңғы юлға оҙаттылар

Денис Пихтовников сентябрь айынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан.

СВО-ла һәләк булған Балтас депутатын һуңғы юлға оҙаттылар
СВО-ла һәләк булған Балтас депутатын һуңғы юлға оҙаттылар

Махсус хәрби операцияла Балтас районының Көндәшле ауыл советы депутаты Денис Пихтовников һәләк булған. Ошо көндәрҙә балтастар геройҙы һуңғы юлға оҙатты.

«Денис Владимирович Ҡурас ауылы клубында мәҙәни ойоштороусы булып эшләне, шулай уҡ Көндәшле ауыл советының өлгөлө депутаты булды. Ул хәстәрлекле атай һәм ғаилә башлығы ине, ихлас, ярҙамсыл, изге күңелле, тыйнаҡ булды. Ул һәр саҡ үҙенә яуаплылыҡ алырға әҙер ине. Класташтары, дуҫтары, педагогтар, ауылдаштары уны тик яҡшы яҡтан иҫә ала», - тип белдерҙе Илгиз Субушев.

Денис Пихтовников һәләк булғандан һуң генерал Шайморатов ордены менән наградаланған. БР Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов орденды һалдаттың ҡатынына тапшырҙы.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: