Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ғинуар 2023, 18:30

Ғаризалар 11 февралгә тиклем ҡабул ителә

«Башҡортостан Республикаһының белем биреү ойошмаларында остазлыҡтың файҙалы тәжрибәләре» конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Унда ике йыллыҡ остазлыҡ тәжрибәһе булған педагогик хеҙмәткәрҙәр,  мәктәпкәсә, башланғыс, урта дөйөм белем биреү һәм урта һөнәри, өҫтәмә белем биреү учреждениелары етәкселәре лә ҡатнаша ала.

Ғаризалар 11 февралгә тиклем ҡабул ителә
Ғаризалар 11 февралгә тиклем ҡабул ителә

Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса үтәсәк:

«Остазлыҡтың иң яҡшы практикаһы»;

«Остазлыҡтың иң яҡшы программаһы»;

«Остаздарҙан лайфхаҡ».

Бәйге ике этапта үткәрелә: тәүгеһе – ситтән тороп, икенсеһе ике һынауҙан торасаҡ.

Тәүге этапҡа түбәндәге номинацияларҙың береһе буйынса ғаризалар 11 февралгә тиклем ҡабул ителә.

Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса  http://mp7.e-stile.ru/novosti/respublikanskij-konkurs.. алырға мөмкин.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 


Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: