Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ғинуар 2023, 14:46

87 йәшлек Ғилминур инәй ҙә битараф түгел

Баймаҡ районынан мәғариф ветераны Зифа Латипова ҡәйнәһе Ғилминур Янбаева менән яугирҙарыбыҙ өсөн ойоҡбаштар бәйләгән. 

87 йәшлек Ғилминур инәй ҙә битараф түгел
87 йәшлек Ғилминур инәй ҙә битараф түгел

Был хаҡта беҙгә Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәре Рәсимә Бикҡолова яҙып ебәргән.

«Баймаҡ районының Иҫке Сибай мәктәбендә 36 йыл эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, ветеран уҡытыусы Зифа Ғәфүр ҡыҙы Латипова үҙенең 87 йәшлек ҡәйнәһе Ғилминур Нуретдин ҡыҙы Янбаева менән бергә яугирҙарыбыҙ өсөн ап-аҡ йөн ойоҡбаштар бәйләгән. Күҙ нурҙарын түгеп, йөрәк йылыһын ҡушып бәйләгән улар. «Беҙ ҡышҡы селлә һыуыҡтарҙа йылы өйҙә ултырабыҙ, ә батыр ир-егеттәребеҙ - траншея, палатка, окоптарҙа. Илем, ерем тип көрәшкән яугирҙәребеҙгә бүләгебеҙ тыуған яҡ йылыһы, әсәлек хәстәрлеге булып барып етһен. Махсус хәрби операциялағы ир-егеттәребеҙҙең ата-әсәһенә, ҡатындарына сабырлыҡ, балаларына атайлы булып, бәхетле үғеүҙәрен теләйбеҙ. Яугирҙарыбыҙ тыуған яғына имен-һау әйләнеп ҡайтһын, тип доғалар уҡыйбыҙ», - ти уҡытыусы», - тиелә Рәсимә Бикҡолованың яҙмаһында.

87 йәшлек Ғилминур инәй ҙә битараф түгел
87 йәшлек Ғилминур инәй ҙә битараф түгел
87 йәшлек Ғилминур инәй ҙә битараф түгел
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: