Тотош ғаиләләре менән әбүбәкерҙәр “Айыҡ ауыл” конкурсы буйынса ГТО нормаларын тапшырырға йыйылды. Сараның төп өлөшө башланғанға тиклем дөйөм зарядкаға теҙелеп, дәртле көй аҫтында ябай ғына хәрәкәттәрҙе ҡабатлап, тәнен яҙлыҡтырып алды ҡатнашыусылар. Сара 4 йәшлек балаларҙан алып 70 йәшкә тиклемге ололарҙы бергә йыйҙы.
Әйтергә кәрәк, спорт нормативтарын башҡарырҙан алда ауыл халҡы ирекмәндәр ярҙамында ГТО комплексының электрон мәғлүмәттәр базаһында теркәлде. ГТО комплесы һынауҙарының бер нисә төрөн үтәне әбүбәкерҙәр. Ҡатнашыусылар араһында айырыуса балаларҙың күп булыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Күнекмәләрҙе тапшырып өлгөргәндәре өсөн ауылдаштары, бил бирмәҫ көрәшсе Ишмырҙа Билалов милли көрәш буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Йәнле аралашыу һәм спорт байрамына әүерелде бөгөнгө осрашыу. Нормативтарҙы уңышлы үтәгән "Иң -иң"дәргә алтын, көмөш, баҡыр ГТО билдәләре һәм таныҡлыҡтары тапшырыласаҡ. Был яҡшы башланғыс Әбүбәкерҙә генә туҡтап ҡалмаясаҡ. Бөтә ауыл менән ГТО тапшырыу эстафета формаһында Антингән ауылы халҡына тапшырылды. Мәктәп йылдарынан уҡ таныш ГТО нормаларын тапшырыу өҫтөнлөклө йүнәлешкә әйләнеп, райондың бөтә ауыларын урап сығыр, тигән изге ниәттә ойоштороусылар.