Унда ҡатнашыу өсөн ауылығыҙҙы төҙөкләндереү өсөн эшләнгән эштәр тураһында һөйләп, фотоһүрәт (4-тән артмаһын) ебәрегеҙ.
Төркөм ағзаларының иң күп баһаһын йыйған эштәр 26 ғинуарҙа тауыш биреүгә сығарыла.
Еңеүсе иһә 6 февралдә “Теге өсәү” тапшырыуында билдәләнә.
"Юлдаш” радиоһы шәп тамаша әҙерләп, уны еңеүсе ауыл биләмәһендә күрһәтә. Концерттан йыйылған аҡса ошо биләмәне төҙөкләндереүгә тотоноу өсөн тапшырыла.
Атайсалды күркәм эштәр менән бергәләп биҙәйек!
Фотоһүрәттә: Бөрйән районы, Ҡотан ауылы.