Эҙләгән - таба. Дүртөйлө районы Йүкәлекүл ауылында балаларға рәхәтләнеп туп тибергә майҙансыҡ булмай. Ауыл халҡы уйлана. Бер ваҡыт интернетта "Тинькофф" банкы ойошторған "Скиньте мяч" конкурсын күреп ҡалалар. Балаларҙы йыйып алып, видео төшөрөп бәйгегә ебәрәләр. Ил буйынса 11 еңеүсе иҫәбенә инәләр. Ике аҙнанан 150 мең һум аҡса килеп төшә.
Йүкәлекүлдәр был аҡсаға рәхәтләнеп волейбол, футбол майҙансыҡтары төҙөй, кәрәк-яраҡтар һатып алалар. Был эштәрҙең артында Йүкәлекүл мәктәбе уҡытыусыһы Альбрет Нурөмбәтов тора. Тап ул майҙансыҡ төҙөү идеяһы менән сығыш яһай.
Афарин! Хәҙер йәйҙәрен малай-ҡыҙҙарҙы был спорт майҙансығынан ҡайтарып алып булмай, ти йүкәлекүлдәр. Бында хатта күрше Атһөйәр, Һыуыҡҡкүл, Мәмәдәл ауылдарынан да килеп уйнайҙар икән.