Хөкүмәттә 23 ғинуарға тиклем бөйөк Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың исемен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителде. Республика Башлығы Радий Хәбиров Бабайға иң тәүҙә һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте.
Башҡа тәҡдимдәр ҙә күп кенә. Халыҡ бәхәсләшә, күптәр Өфө районының Шамонин ауылына Рәхимов исемен биреүҙе даулай. Һәр хәлдә шамондарҙың күбеһе ыңғай тауыш биргән. Республикабыҙ халҡы бер тауыштан "Әр-Рәхим"де төҙөп бөтөү яҡлы. Шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрҙәре Өфөнөң Октябрь проспектына Мортаза Рәхимов исемен бирергә, Президентыбыҙ иҫтәлегенә дәүләт премияһы булдырырға, уның тураһында фильм төшөрөргә тәҡдим итә. Тиҙҙән халыҡ фекере ишетелер, тейешле ҡарар ҡабул ителер.
Әйткәндәй, Мортаза Рәхимовтың туғаны Президентыбыҙға һәйкәл ҡуйыуға ҡаршы сыҡҡан. Мортаза Ғөбәйҙулла улы һәйкәл ҡуяһы урынға коммуналь техника һатып алыр ине, ти ул.