Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ғинуар 2023, 10:43

Тәүлегенә 200 тонна һөт!

Бар икән совет заманындағы кеүек фермалар! Радий Хәбиров Саҡмағош хужалыҡтарын маҡтап телгә алды.

Тәүлегенә 200 тонна һөт!
Тәүлегенә 200 тонна һөт!

— Тәүлегенә 200 тонна һөт! Саҡмағош районы малсылары алдынғы урындарҙа. Башҡортостан тарихында әлегә тиклем был күрһәткесте республиканың бер районы ла яулай алмаған.

Райондың эре ауыл хужалығы предприятиелары — «Баҙы», «Герой», «Байбулат». Бөтә был хужалыҡтарҙа ла һөт етештереү буйынса инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. «Баҙы» һәм «Герой» СПК-колхозы беҙҙең «Инвестиция сәғәт»ендә ҡатнашҡайны.

Саҡмағоштарға һәм барлыҡ республика халҡына тырыш хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерәм.

П. С. 200 тонна һөт — өс тимер юл цистернаһы вагоны һәм дөйөм республика күләменең ундан бер өлөшө. Был 220 меңдән ашыу кешене тәьмин итеүгә етә, — тип яҙған социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы.

Тәүлегенә 200 тонна һөт!
Тәүлегенә 200 тонна һөт!
Тәүлегенә 200 тонна һөт!
Тәүлегенә 200 тонна һөт!
Тәүлегенә 200 тонна һөт!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: