Был хаҡта гәзитебеҙгә мобилизацияланған һалдат ҡатыны Шәүрә Йәнтүрина яҙып ебәргән.
- Учалы районы Ҡоҙаш ауылы бер төн эсендә ауылдаштары һәм башҡа егеттәр өсөн ике машина ярҙам йыйып ебәрҙе. Ауыл халҡы күп итеп ҡорот, май, бейәләй-ойоҡбаштар бәйләп ебәрҙе. Еңгәләр һалма йәйеп һалды. Юлға бензинға аҡсаны ла дәррәү йыйҙылар. Бөгөн ауылдың ысын ир уҙамандары үҙҙәренең ҡустылары һәм ағалары өсөн юлға сыҡты.
Гуманитар ярҙамды һалдаттарға Марсель, Илдар һәм Альгис Йәнтүриндар, Айгиз Тажетдинов һәм Эдуард Алешкин алып барып тапшырасаҡ. Юлдарығыҙ тотҡарлыҡһыҙ, асыҡ һәм киң булһын, егеттәр! Посылка йыйырға, юл сығымдарын ҡапларға ярҙам иткән бөтә дуҫ-туғандарға, күрше-күләнгә, ауылдаштарға, Рәсүл мәктәбенә, Ҡоҙаш, Рәсүл мәсеттәренә, активистарға ҙур рәхмәт. Аллаһы Тәғәлә ярҙамынан айырмаһын һеҙҙе, - тип яҙған Учалы килене Шәүрә.
Афарин, ҡоҙаштар! Егеттәр имен-һау йөрөп ҡайтһын!