Дөйөм гранттар фонды 4 миллиард һум тәшкил итә
Коммерцияға нигеҙләнмәгән һәм дәүләткә ҡарамаған ойошмалар, коммерция ойошмалары, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша ала
Конкурстың йүнәлештәре:
- «Ижад итеүселәр милләте»
- «Бөйөк рус һүҙе»
- «Ғорурланам»
- «Көс урыны»
- «Мәҙәни код»
- «Йәш лидерҙар»
- «Ил тарихы: еңеүҙәр тарихы. Дәүерҙәр»
- «Күп милләтле халыҡ»
- «Беҙ бергә»
Проектты тормошҡа ашырыу ваҡытына иғтибар итегеҙ. Проекттар 2023 йылдың 1 апреленән дә иртәрәк башлана алмай һәм 2024 йылдың 30 сентябренән дә һуңға ҡалмайынса тамамланырға тейеш.
Фондкультурныхинициатив.рф сайтында ентеклерәк мәғлүмәт менән танышырға була