*Мөмкин булһа, кешенән нәмә һорамағыҙ (теләнселәмәгеҙ).
*Дин тураһында бәхәсләшмәгеҙ.
*Зинһар, юҡ-бар нәмәләр өсөн бер-берегеҙҙе әрләмәгеҙ.
*Күршеләрегеҙҙең хөрмәтен һаҡлағыҙ.
*Ишеткән белем һәм яҡшы һүҙҙәрҙе дәфтәрегеҙгә яҙырға ғәҙәтләнегеҙ.
*Кәрәк булмаған нәмәләрҙе һөйләүҙән телегеҙҙе тыйығыҙ.
*Ҡунаҡтарығыҙҙы хәлегеҙ еткәнсе хөрмәт итегеҙ.
*Ғәйбәт һөйләмәгеҙ.
*Яла яҡмағыҙ.
*Иҫерткес эсемлек эсмәгеҙ.
*Аллаһ һаҡлаһын, зина ҡылмағыҙ.
*Йоҡлаған ваҡытта ишек һәм тәҙрәләрегеҙҙе бикләгеҙ, һауыт-һабаларҙың өҫтөн ябығыҙ, шәмдәрҙе һүндерегеҙ.
*Мосолман ҡарындаштарығыҙ осраһа, сәләм бирегеҙ.
*Ауырыһалар, хәлдәрен һорағыҙ.
*Вафат булһалар, йыназаларында ҡатнашығыҙ.
*Бөгөнгө ғәмәлде иртәгәгә ҡалдырмағыҙ.
Ризаитдин Фәхретдинов нәсихәттәренән.