Социаль селтәрҙәге Радий Хәбировтың сәхифәһендә хәбәр итеүҙәренсә, мунса-мискә тәғәйен урынға барып еткән. Уны Өфө районындағы Йоматау ауыл хужалығы техникумы эшҡыуары Андрей Михайлов ебәргәйне.
Мунсаның диаметры - 2,15 метр. Барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырылған: таш һалынған мейесе, ләүкәләре, эҫе һәм һалҡын һыу өсөн һауыттары бар, яҡшы сифатлы тәҙрә, ишектәр ҡуйылған. Яугирҙәребеҙ өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.
"Еңел пар менән, яугирҙар! Ныҡлы һаулыҡ һәм еңеү теләйбеҙ!" - тип яҙа Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров.