Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ғинуар 2023, 17:55

«Беҙ батырҙарыбыҙҙы белергә тейешбеҙ»

«Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтен көтөргә күп ҡалманы. Радий Хәбиров анимация фильмының премьераһы ҡасан үтерен яҙҙы.

«Беҙ батырҙарыбыҙҙы белергә тейешбеҙ»
«Беҙ батырҙарыбыҙҙы белергә тейешбеҙ»

Бөйөк башҡорт батырҙарының Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы хаҡында йәнһүрәт төшөрөлөүе хаҡында хәбәр иткәйнек. Уны Өфөнөң "Муха" киностудияһы ижад итә. Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, йәнһүрәттең премьераһы яҙға планлаштырылған. 

– Был матур мәҙәни ваҡиға булыр тип ышанам. Йәнһүрәт өҫтөндә талантлы команда эшләй – Руслан Тавабилов, продюсерҙары Артур Абдрахманов, Юнир Әминев, Камиль Буҙыҡаев, художник-мультипликаторҙар, сценарий авторҙары, композиторҙар һәм башҡалар.

Әле беҙҙең фильмды бөтә Рәсәй буйынса күрһәтеү мөмкинлеген өйрәнәбеҙ. Башҡорт уҡсылары хаҡындағы таҫма балаларға һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреүгә шәп ҡулланма буласаҡ. Беҙ халҡыбыҙҙың тарихын, илебеҙҙе һаҡлаған батырҙарҙы белергә тейешбеҙ, – тип яҙа республика етәксеһе.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: