Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2023, 14:30

Ҡышҡы һиллек

Һырылған мамыҡ юрғанғаТөрөндө урман, ҡырҙар.   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Ҡышҡы һиллек
Ҡышҡы һиллек

Ҡышҡы урман...

Ҡышҡы урман, бөгөн килдем әле,
Күңел тарта һиңә көн һайын.
Шиғри усағымды тоҡандырып,
Тәбиғәткә байҡау яһайым.
Ағастарҙа гәлсәр бәҫтәр сыңлай,
Ана, осоп китте бер ҡошҡай.
Ҡош өркөткән ҡуян сабып үтте,
Матур ғына икән, бик ыҫпай.
Һоҫоп алдым устарыма ҡарҙы,
Иҫ китерлек мең-мең биҙәктәр!
Йәйғор төҫлө ошо ҡар-йондоҙҙан
Моң-хистәргә тула йөрәктәр.
Һәр бөртөгө ҡарҙың бер иш түгел,
Ҡабатланмай, Аллаһ бүләге...
Сихри көскә эйә, һоҡландыра
Серле урманымдың биҙәге.
Аҡ донъямда онотолдо бар(ы)һы
Ауыр уйҙар, тормош ыҙаһы...
Һулҡып тибә урман йөрәге лә,
Шаһит уға йыһан, ҡаяһы.
Ҡышҡы урман, һиңә килдем әле,
Йылындырыр өсөн күңелде.
Шиғри усағыма ҡуҙ өҫтәлде,
Маҡтау йырым һиңә түгелде.

Хәдимә Солтанова.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: