Баймаҡ районының Күҙиҙел ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға маскировкалау селтәре эшләй башлағандар.
Яңыраҡ ҡына күгиҙелдәр һалдаттарға гуманитар ярҙам йыйыа ебәргәйне. Әле көн дә хәрби орудиеларға һәм ҡоралдарҙы ҡаплау өсөн селтәр үрәләр. Был эштән ошо ауылда тыуып, бөгөн ситтә йәшәгән дә кешеләр ҙә ситтә ҡалмаған. Улар аҡсалата ярҙам иткән.
Изге эшегеҙ уң булһын!