Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар 2023, 18:05

Былтыр республикабыҙҙа 39 инвестиция проекты дәүләт ярҙамы алған

2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда дөйөм инвестициялар 31,6 млрд һум тәшкил иткән.

Былтыр республикабыҙҙа 39 инвестиция проекты дәүләт ярҙамы алған
Былтыр республикабыҙҙа 39 инвестиция проекты дәүләт ярҙамы алған

Былтыр Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә 39 проект индерелгән. Улар ярҙамында 1,9 мең эш урыны булдырылған, 34 миллард инвестиция индергән. Был ойошмаларға 954,1 млн күләмендә һалым льготалары, ә Башҡортостан бюджетынан 143 миллион һум күләменлә субсидия бирелгән.

— Килеп сыҡҡан иҡтисади ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, инвестиция проекттары даими тормошҡа ашырыла: юл буйы сервисы объекттары һәм туристик комплекстарҙы булдырыуҙан алып күләмле сәнәғәт производствоһын ойоштороуға тиклем.

Дөйөм инвестициялар күләме 771,2 млрд һум тәшкил иткән һәм 32 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырған 288 проектҡа өҫтөнлөклө инвестиция проекты статусы бирелгән, тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
 
– Төбәккә яңы инвестициялар йәлеп итеү , һис шикһеҙ, бик мөһим бурыс. Ләкин был инвестицияларҙың максималь һөҙөмтәлелегенә тағы ла ҙурыраҡ иғтибар бүлергә кәрәк: әлеге проекттарға һалынған бөтә бюджет инвестициялары тейешле һалым керемдәре менән үҙен аҡларға тейеш. Әйтәйек, һуңғы бер нисә йылда юл буйы сервистары әүҙем үҫешә, 2022 йылда Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығы был өлкәлә 15 проектты ҡараны, — тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының финанс министры Лира Игтисамова.

Был йәһәттән Башҡортостандың Финанс министрлығы Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ҡарау, хуплау һәм мониторинг үткәреү процедураһы сиктәрендә даими рәүештә төбәк бюджеты иҫәбенә дәүләт ярҙамына дәғүә иткән инвестиция проекттарының һөҙөмтәлелегенә баһа бирә.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: