Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2023, 15:30

Их, рәхәт шыуа сана, юрта ат талғын ғына

Яҡ-яғымда киң ялан йоҡлап ята тып-тын ғына.   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Их, рәхәт шыуа сана, юрта ат талғын ғына
Их, рәхәт шыуа сана, юрта ат талғын ғына

Шәйехзада Бабич

Ҡышҡы юлда

 

Их, рәхәт шыуа сана, юрта ат талғын ғына,

Яҡ-яғымда киң ялан йоҡлап ята тып-тын ғына.

 

Алдымда аҡ ҡар йәйелгән, ялтырап аҡ-аҡ булып,

Ынйы-мәрйендәр сәселгән өҫтөнә ваҡ-ваҡ булып.

 

Юл ситендә ҡар киҫәктәре торалар теҙелешеп,

Барыһы ла эйелеп ҡалалар, хуш-иҫән бул, тиешеп.

 

Аҡ ҡояш нур ептәрен һуҙған да ергә нур һибә,

Нурлы ептәрҙән ағып, моңло күңелгә йыр килә.

 

Йырлай башлайым, шунда һалҡын ел иҫеп, йырҙы киҫә,

Ай, уҫал ел ҡырҙағы бар йәмде, бар моңдо киҫә.

1916.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: