Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Января 2023, 13:15

Финанс грамоталылыҡ буйынса онлайн-дәрестәр, яҙғы сессия!

Кемдәр өсөн? Урта, дөйөм һәм һөнәри белем биреү ойошмалары, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар тәрбиәләнгән ойошмалар өсөн.

Финанс грамоталылыҡ буйынса онлайн-дәрестәр, яҙғы сессия!Финанс грамоталылыҡ буйынса онлайн-дәрестәр, яҙғы сессия!
Финанс грамоталылыҡ буйынса онлайн-дәрестәр, яҙғы сессия!

Түләүлеме?

Уҡытыу Рәсәй банкы ярҙамында бушлай уҙғарыла. Уҡыу тамамланғас, сертификат тапшырыла.

Быға тиклем кем уҡыған?

2022 йылда Башҡортостанда барлыҡ балалар йорттарында һәм социаль приюттарҙа тәрбиәләнеүселәр, шулай уҡ 80 проценттан ашыу мәктәп һәм колледж уҡыусылары онлайн-дәрестәр тыңлаған. 257 меңдән ашыу дәрес бирелгән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә икенсе урында тора.

Программала нимә буласаҡ?

Эксперттар шәхси финансты планлаштырыу, инвестициялау, страховкалау, банк карталарын файҙаланыу өҫтөнлөктәре тураһында һөйләйәсәк.

2023 йылда онлайн-дәрестәр темаһы - 20-нән ашыу!
  Шәхси финанстар менән дөрөҫ эш итеү, финанс инструменттарҙы дөрөҫ һайлау һәм һөҙөмтәле файҙаланыу
  Кибермутлашыусыларҙы асыҡлау, үҙеңде һәм яҡындарыңды һаҡлау
  Ҡулаҡса әйләнеше һәм аҡса әйләнеше тарихы
  Һәм башҡа темалар - ошонда https://dni-fg.ru/list

Ҡатнашырға теләгем бар, нисек ҡушылырға?

Дәрестәр теҙмәһе, дәрескә ҡушылыу өсөн күрһәтмәләр һәм башҡа материалдар - ошо сайтта https://dni-fg.ru

Һорауҙарығыҙ булһа, «Ҡатнашыусыларға ярҙам» бүлеге менән файҙаланырға мөмкин https://dni-fg.ru/help

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас