Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар 2023, 16:40

Евразия ғилми-белем биреү үҙәге кампусы студенттарҙы һәм ҡала халҡын йәлеп итеү нөктәһе буласаҡ

Республика Хөкүмәте йортонда БР Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә вуз-ара студенттар кампусын төҙөү мәсьәләһен тикшерҙе. Әле төҙөлөүсе объекттарҙың дөйөм майҙаны 146 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән проект бизнесты, фәнде һәм алдынғы белем биреүҙе йәлеп итеү һәм интеграциялау өсөн майҙансыҡҡа әүереләсәк.

Евразия ғилми-белем биреү үҙәге кампусы студенттарҙы һәм ҡала халҡын йәлеп итеү нөктәһе буласаҡ
Евразия ғилми-белем биреү үҙәге кампусы студенттарҙы һәм ҡала халҡын йәлеп итеү нөктәһе буласаҡ

Андрей Назаров былтыр 14 декабрҙә ошо проект буйынса концессия килешеүенә ҡул ҡуйылыуын хәтергә төшөрҙө. Әлеге йылдың  аҙағына тиклем Башҡортостан иң тәүге сиратта  «IQ-парк»ты сафҡа индерергә тейеш.

– Кампус төҙөү - ябай бурыс түгел, әммә беҙ уны тормошҡа ашыра алабыҙ. Ошо йөкләмәләрҙе үтәү барышында ер-мөлкәт мәсьәләләрен хәл итергә, проект документацияһына төҙәтмәләр индерергә, функциональ тултырыуҙы билдәләргә һәм концессионерға «IQ-парк»ты тапшырырға, – тине министрҙар кабинеты етәксеһе. - Бынан тыш, вуз-ара студенттар кампусы проекты концепцияһының презентацияһын әҙерләргә кәрәк.

 Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге кампусы студенттарҙы һәм ҡала халҡын йәлеп итеү нөктәһе буласаҡ, Башҡортостанда юғары белем биреүҙең күркәмлеген һәм конкурентлыҡҡа һәләтен күтәрәсәк, йәш таланттарҙы мәғариф экспорты аша ла йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: