Ғилман ИШКИНИН * * *
Һикһән һигеҙ керпегеңә,
Утыҙ ике тешеңә
Йоҡоларҙан яҙған алйот
Хәҙер генә төшөнә:
Минең өсөн йән атмағас
— Нимә тип янғанмындыр.
Ҡағыҙ әрәм-шәрәм итеп
Хат, шиғыр яҙғанмындыр?!
Ана, хәҙер яһалма теш,
Яһалма керпек өҫтәп,
Сәсен киҫтереп буятҡан
Хас та бер һары терпе.
Нервылар бит ҡабат шытмай,
Улар ялтыр баш кеүек,
Аҡыл башты һата сәстәр,
Их, мин бахыр, буш ҡыуыҡ...
Һикһән һигеҙкерпегеңә, Утыҙ ике тешеңә...
Һаман, һаман алйытаһың
Килеп инеп төшөмә.