Белгестәр, радио эфирындағы рубрикаларҙың оҙонлоғо 3 минутҡа тиклем булырға тейеш тип иҫбатлай. Ҙур тиҙлектәр ваҡытында был аңлашыла ла. «Ашҡаҙар» радиоһы заман менән бергә атлай. Февраль айынан «Ашҡаҙар»ҙа яңы проект старт ала. Радионың тауыш режиссеры, композитор Гөлйемеш Баязитова «Ябай тел менән» рубрикаһында опера, балет, классик әҫәрҙәр тураһында бәйән итә. Унда билдәле шәхестәргә, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә лә иғтибар бүленәсәк.
2023 йылды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан итте. «Ашҡаҙар» быйыл был йүнәлештәге тапшырыуҙарҙы йәнләндерә. 30 ғинуарҙа радиола «Бер ауылдың тарихы» тапшырыуы эфирға сыға башлай. Уны әҙерләү өсөн нигеҙ итеп, «БСТ» каналындағы программаның телевизион варианты алынды. Йыл дауамында 170-кә яҡын тапшырыу әҙерләү күҙаллана.
2023-2031 йылдар Рәсәй Президенты тарафынан Фән һәм технологиялар ун йыллығы тип иғлан ителде. «Ашҡаҙар» радиоһының йәш журналисы Айзилә Ғәбитова яңы проект әҙерләй. Унда тыңлаусылар төрлө өлкәләге фәнни асыштар менән танышасаҡ, йәш һәм исемдәре киң билдәле ғалимдар менән осрашасаҡ.
2022 йылда һәр иртә «Ашҡаҙар»ҙа «Урал батыр» эпосы менән асылыуын тыңлаусылар бик йылы ҡабул итте. Быйыл да был эш дауам итә. Радио эфирын «Аҡбуҙат», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Заятүләк менән Һыуһылыу» кеүек билдәле башҡорт халыҡ эпостары биҙәйәсәк.