Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ғинуар , 10:20

Ҡышҡы Өфө

Ах, Өфөм, гүзәл һин, баш ҡалам. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Ҡышҡы Өфө
Ҡышҡы Өфө

Өфө-баш ҡалам

 

 Тау башында балҡый бер ҡала,
 Ул ҡала Өфө тип атала.
 Яҡтыраҡ яна йондоҙҙары,
 Матурҙар малай һәм ҡыҙҙары.


...Урамдары көҙгөләй асфальт,
 Эшсән халҡым күңелле һәм шат.
 Күргән һайын һине — шатланам.
 Ах, Өфөм, гүзәл һин, баш ҡалам.


 Һиндә үҫтем, эстем һыуҙарың,
 Тыңланым йыр, ҡурай моңдарын.
 Ҡайҙа барһам, һиңә ашҡынам,
 Ах, Өфөм, гүзәл Өфөм,
                минең баш ҡалам.

Рәғиҙә Янбулатова

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас в