Ҡурай моңо...
- Баш осомда ҡурай уйнап торһон...Васыятың, Бабай, үтәлде!..Илдең хәле ҡыл өҫтөндә саҡтаИл һинеме өҫкә күтәрҙе?!.Көрсөктәге илде алып сыҡтың,Ил уланы һин ул - Мортаза,Эшең менән халыҡ һөй(ө)үен алдың,Намыҫың да һинең тап- таҙа!- Һуңғы башҡорт ҡәберендә уйнар,-тиһәләр ҙә - һуңғы ҡурайсы.Ҡурайыбыҙ, ҡурайсылар даныЕрем шарын һаман урайсы...Уралымда үҫкән ҡурай моңо,Һине оҙатҡанда, ағылды...Ауыр саҡта улар менән булғас,Һинең янға халыҡ ағылды...Халҡың һәм ҡурайға ғүмер юрап,Мәңгелеккә һинең осоуың.Ҡурай моңо менән йәнгенәңдеңЙыһан киңлектәрен ҡосоуы...Земфира Аҡбутина.
Видеояҙмала Мортаза Ғөбәйҙулла улы тыуған яғында.