Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2023, 22:16

Мортаза Рәхимовтың портретын баҫтырыуҙы тыйған замандар булды

Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева фәһемле тарих хаҡында һөйләне.

Мортаза Рәхимовтың портретын баҫтырыуҙы тыйған замандар булды
Мортаза Рәхимовтың портретын баҫтырыуҙы тыйған замандар булды

"Мин бер сетерекле хәлгә асыҡлыҡ индерәйем, тип уйлайым.

Мортаза ағайыбыҙ тураһында. Алмашсы килеп, Мортаза ағай менән аралашыуҙы сикләгән йылдарҙа, әлбиттә, еңел булмаған уға. Әммә ул бит элекке ҡеүәтен, абруйын, баһаһын юғалтманы, бәҫен төшөрмәне. Бер генә миҫал килтерәм.

"Тормош һабаҡтары" дәреслегенең йылына икешәр дәреслек нәшер ителгән саҡтары. Авторҙар бит 1-10 синыф өсөн программа төҙөнө һәм дәреслектәр яҙҙы. Йәйге айҙар. Мин Йәйләү балалар ял итеү үҙәгендә. Телефондан нәшриәт мөхәррире шылтырата. "Апай, 4-се класс дәреслеге менән ултырам. Ағайҙың портретын биргәнһегеҙ. Ни эшләйбеҙ?"

"Рәсми тыйыу бармы?" "Юҡ". "Улай булғас, торһон. Алма. Миңә һылтан. Автор ҡушманы, тип әйт". Дәреслек сыҡты. Райондарға тарала башлаған. Мөхәррир шылтырата. "Апай, райондарҙан дәреслектәрҙе кире ҡайтарта башлағандар. Юғарынан шылтыратыу булған"...

Киттем Өфөгә. Дәреслекте тоттом да Ағайға индем. Йылмайып ҡаршы алды. Хәл һорашты."Китап сығарыу эшеме?" Мин өндәшмәй генә алдына дәреслекте һалдым да портретына күрһәттем һәм хәлде аңлаттым. Ағай бер ни ҙә өндәшмәне. Китапты ҡалдырҙым. Мин ауылға юл алдым. Ике көндән мөхәррир шылтырата. "Апай, китаптарҙы яңынан тарата башланылар", - ти, ҡыуанып. Бына шулай. Был бит дәүләт кимәлендәге мәсьәлә. Әммә ике көн эсендә хәл ителде! Дәреслек Ағайыбыҙҙың портреты менән сыҡты!"

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: