Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар 2023, 09:00

«Әминә абыстайҙы һәр саҡ көтөп алабыҙ»

Күгәрсен районының  Мораҡ ауылындағы «Ете ҡыҙ» ательеһы хужаһы Әминә абыстай Бикбулат ауылы мәҙәниәт йортонда ҡатын-ҡыҙҙарҙы селтәр, алҡа эшләү серҙәре менән таныштырып, бик күп яңылыҡтар асты, килешле итеп яулыҡ ябынырға ла өйрәтте.

«Әминә абыстайҙы һәр саҡ көтөп алабыҙ»
«Әминә абыстайҙы һәр саҡ көтөп алабыҙ»

– Үҙеңә нисек оҡшай, шундай форматта эшләп, биҙәп алырға була. Күңел һалып эшләһәң, күҙҙең яуын алырлыҡ селтәрҙәр эшләп алаһың. Тик селтәрҙәрҙең һәр биҙәгендә, тегелеш формаһында үҙенең серҙәре бар икән.  Һәр кем үҙенең йәшенә ҡарап, тегеп алырға һөйләштек.

Ул алҡалар коллекцияһы, яулыҡтар ҙа алып килгәйне. Яулыҡты, башҡа өҫ кейемдәре кеүек, көндәлек кейем итеп алыр кәрәклеген аңлатты.
Әминә абыстайҙың ауылға килеүен беҙ һәр саҡ көтөп алабыҙ. 2012 йыл "Мәхийән" мәсетенә район үҙәгенән көн дә йөрөп, ҡыҙы Айгөл менән ҡатын-ҡыҙҙарға ғәрәпсәгә уҡырға ла өйрәтһә, район "Ағинәйҙәр" етәксеһе вазифаһын башҡарғанда ла Бикбулат ауылында йыш күрергә тура килә ине . Киләһе сараға ла Әминә абыстайҙы ҙурлап саҡырырбыҙ,  тип торабыҙ, – ти хәбәр итәләр Бикбулат ауылының мәҙәниәт йортоноң төркөмөндә.

 

 

Фото: Т.АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: