Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ғинуар , 13:52

Бәхил бул, Зәйнәб инәй!

Салауат районының иң оло кешеһе Зәйнәб Һаҙыева мәрхүм булған. Тимер Йосопов исемендәге Республика лицей-интернаты директоры Марат Ғилманов хәбәр итә: - Бөгөн мин Зәйнәб әнкәйемде төшөмдә күрҙем. Уйландым да, ҡыуандым да, тик уның бөгөн баҡыйлыҡҡа күскәнен ишеткәс, ҡара болоттар уратып алғандай булды... Әнкәй... Һеҙ бөтәһенә лә йәшәү ҡәҙерен белергә өйрәттегеҙ... Һеҙҙең фатихалар, доғалар менән генә юлға сығыр инек, кәңәш һорап килер инек.... Һуңғы осрашыуҙа ла "Марат балаҡайым килгән" тип ҡаршы алдығыҙ, сәй эсеп һөйләшеп ултырҙыҡ...

Бәхил бул, Зәйнәб инәй!
Бәхил бул, Зәйнәб инәй!

Тик яҡты иҫтәлектәр һеҙҙең турала, әнкәйем... Ауыр тупрағың еңел булһын. Урының ожмахта булһын, яратҡан һәм ҡәҙерле остазыбыҙ, ағинәйебеҙ... Мәңге минең йөрәктә... Туғандарының, ауылдаштарымдың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам... - тип яҙа социал селтәрҙә Марат Әнәс улы.

Күптән түгел генә Зәйнәб инәйҙе 103 йәше менән ҡотлағайныҡ...👏🏻 (ye102.ru) Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Зәйнәб инәй хаҡында 2012 йылғы мәҡәлә. Йәшәү ҡәҙерен белергә өйрәтеүсе ағинәй (ye102.ru)

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в