Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ғинуар 2023, 17:39

Сәнәғәт тармағы өлкәһенә айырым иғтибар бүленә

Башҡортостандың рәсми делегацияһы 18-енән 21 ғинуарға тиклем Беларусь Республикаһында булды. Рәсми делегация эшенән тыш, шулай уҡ бизнес-миссия ла әүҙем эшләне, уға Башҡортостандың 13 алдынғы сәнәғәт компанияһы инде.

Сәнәғәт тармағы өлкәһенә айырым иғтибар бүленә
Сәнәғәт тармағы өлкәһенә айырым иғтибар бүленә

Делегацияның эше эшсе төркөм ултырышынан башланды. Унда Башҡортостан Республикаһы менән Беларусь Республикаһы Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм социаль-мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе үҫтереүгә ҡабул ителгән юл картаһын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды.

– Документ 96 сараны күҙ уңында тота, уларҙың 20-һе үтәлгән һәм 51-е, «юл картаһы»нда ҡаралған ваҡытҡа ярашлы, алып барыла. Әлбиттә, сәнәғәт тармағы өлкәһендә айырым иғтибар бүленәсәк, Беҙҙә «Амкодор» холдингы менән үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш булдырылған, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу йылдам алып барыла.

Шулай уҡ МАЗ  менән Өфө трамвай-троллейбус заводының корпоратив партнерлығы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы,  2023 йылға МАЗ шассийы нигеҙендә 200-ҙән ашыу берәмек троллейбус заказы раҫланған.

Транспорт өлкәһендәге хеҙмәттәшлектең тағы бер йүнәлеше – баш ҡалабыҙҙың электр транспорты селтәрен яңыртыу буйынса заманса трамвайҙар менән тәьмин итеү.

Сәфәр сиктәрендә Белоруссияның төп станоктар эшләү предприятиелары менән һөйләшеүҙәр алып барылды: беҙҙең компания «Станкомонтаж» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Киров исемендәге завод араһында дилер килешеүе төҙөнө, – ти белдерҙе ЦУР-ҙа үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: