Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ғинуар , 17:50

Әлшәйҙәр ҡаһарман улын һуңғы юлға оҙатты

Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Алмаз Сафиндың наградаһың яҡындарына тапшырҙы.  Видеояҙмала геройҙың ял минуттарында йырлағаны төшөрөлгән.

Әлшәйҙәр ҡаһарман улын һуңғы юлға оҙатты
Әлшәйҙәр ҡаһарман улын һуңғы юлға оҙатты

Бөгөн Әлшәй районында махсус хәрби операцияла һәләк булған Рәсәй Геройы, Раевка егете Алмаз Сафинды һуңғы юлға оҙаттылар. Матәм сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Алмаз Сафин СВО-ла 30 сентябрҙән башлап ҡатнаша. 14 ғинуарҙа Красный Лиман йүнәлешендә ҡаты алыштар була. Алмаз Сафин етәкселегендәге взвод десантниктары оборонаны бирмәҫ өсөн һуңғы ҡанына тиклем алыша. Яҡташыбыҙҙың ғүмеренең һуңғы минуттары туранан-тура быға дәлил. Уға мина ярсығы эләгә. Яраланһа ла, үҙенең взводы менән идара итеүҙән туҡтамай. Үҙе ҡаршы яҡтың биш һалдатын юҡ итә. Взвод бөтәһе ике бронемашинаны, танкты, биш тиҫтә ҡораллы көстө шартлата. Старшина алыштан һуң һәләк була.

17 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Алмаз Сафин һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеме менән бүләкләнде.

Радий Хәбиров хәрбиҙең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

 

– Бөгөн Башҡортостандан меңдәрсә егеттәр үҙҙәренең хәрби бурысын үтәй һәм илде һаҡлай. Улар батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Көсөргәнешле алыштар бара һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙар бар, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостандың иң яҡшы улдарын ерләү һәр ваҡыт ауыр. Алмаз Сафин шулай булды һәм булып ҡала. Беҙ данлы яугир һәм уның батырлығы тураһында онотмаҫбыҙ.

Башҡортостан Башлығы батырҙың ғаиләһенә генерал Шайморатов ордены тапшырҙы. Старшинаның ҡатыны һәм ике ҡыҙы ҡалған. Радий Хәбиров геройҙың ғаиләһенә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.

Видео: "Подслушано Раевка".

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в