Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ғинуар 2023, 17:04

Коронавирус менән ауырыусылар һаны кәмей

Рәсәй Хөкүмәтенең координация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы ете көндә Башҡортостанда 502 кеше коронавирус йоҡторған. Был уҙған аҙна менән сағыштырғанда, 42 процентҡа кәмерәк.

Коронавирус менән ауырыусылар һаны  кәмей
Коронавирус менән ауырыусылар һаны кәмей

Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ЦУР-ҙа үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда коронавирус инфекцияһының таралыу коэффициенты – 0,8, Рәсәй буйынса 1,0 тәшкил итә.

Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, республикала дауаханаға һалыу осраҡтары 22 процентҡа кәмеүе күҙәтелә. Инфекция госпиталдәрендә буш койка фонды 22 процент кимәлендә һаҡлана.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры үткән аҙнала ашығыс медицина ярҙамының нисек эшләүе хаҡында ла һөйләне. «Ашығыс ярҙам» 21 924 саҡырыуҙы хеҙмәтләндергән. Халыҡ менән бәйләнеш үҙәгенең 332 операторы эшләгән, табипҡа ҡабул итеүгә 500 меңдән ашыу яҙылыу, 2672 көтөү ҡағыҙынан яҙҙырылған һәм өйгә 21 438 саҡырыу рәсмиләштерелгән.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: