Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ғинуар 2023, 15:20

Изге Рәжәб айы башланды

Пәйғәмбәребеҙ: «Рәжәб – Аллаһы Тәғәләнең үҙ айы, Шәғбан – минең айым, Рамаҙан – өммәтемдәгеләр айы», – тигән. Был айҙы ихтирам итеп, уға хөрмәт күрһәткән кешене Аллаһ фани донъяла ла, әхирәттә лә үҙ рәхмәттәренән мәхрүм итмәҫ. Был айҙа ғәйбәт һөйләүҙән, насар эштәрҙән йыраҡ торорға, күберәк изгелектәр ҡылырға, зекер әйтергә, нәфел, тәсбих намаҙҙарын күберәк уҡырға тырышығыҙ.  Әлеге айҙа етемдәрҙе, мохтаждарҙы һөйөндөрөү ҙә сауаплы.

Изге Рәжәб айы башланды
Изге Рәжәб айы башланды

 Рамаҙан айында тотоп бөтмәгән ураҙаларҙы тотоп ҡуйыу яҡшы булыр. Айҙың башында, уртаһында, аҙағында ураҙа тотҡан кешегә бер ай ураҙа  тотҡан кеүек әжер-сауаптар яҙылыр.

Һәр беребеҙҙең ҡылған гонаһтары бар, уларҙы иҫкә төшөрөп, тәүбәгә килеү ҙә бик сауаплы. Рәжәб айында күп гонаһтар кисерелә.  Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Рәжәб айында мин асыуымды бикләп ҡуйырмын, рәхмәтем ямғыр шикелле яуыр», – ти. Был айҙа әжер-сауап 100 мәртәбәгә артығыраҡ булыр. Тырышып-тырышып, Ҡөрьәндән бер хәреф өйрәнһәк тә, бер хәрефкә ун сауап яҙылыр, ти. Һәр ҡылған ғәмәлдәребеҙгә сауаптар арттырылып бирелә.

Изге Рәжәб айында Аллаһы Тәғәләнң 99 исеменең береһен – «йә Ҡаһһәәр»ҙе күберәк ҡабатлап йөрөгөҙ. Фани донъяны, ундағы ләззәттәрҙе өҫтөн күргән кешегә әлеге исемде күп мәртәбә ҡабатларға кәңәш ителә. Шул ваҡытта уның йөрәгенә иман нуры инер, гонаһ ҡылыуҙан һаҡланыр ин шәә Аллаһ.

Аллаһы Тәғәләнән теләгеңде тормошҡа ашырыуҙы һорап, йәстү намаҙынан һуң 10 рәҡәғәт хәжәт намаҙын уҡый алаһығыҙ. Бының өсөн ниәт әйткәндән һуң, бөтә рәҡәғәттәрендә бер тапҡыр «Фатиха», өсәр тапҡыр «Кәфирун», «Ихлас» сүрәләре уҡыла.

Рәжәб айында барыбыҙға ла  күберәк изге ғәмәлдәр ҡылып,  Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешергә насип булһын, гонаһ-хаталарыбыҙ ярлыҡанһын ине.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: