Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ғинуар 2023, 21:45

Ирекле батальондарҙа хеҙмәт итеүселәргә 200 мең һум аҡса түләнәсәк!

Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һөйләне.

Ирекле батальондарҙа хеҙмәт итеүселәргә 200 мең һум аҡса түләнәсәк!
Ирекле батальондарҙа хеҙмәт итеүселәргә 200 мең һум аҡса түләнәсәк!

Бөгөн Радий Хәбиров ирекле батальондарҙа хеҙмәт иткән һалдаттарға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәрҙе оҙайтыу тураһындағы указға ҡул ҡуйыуын белдерҙе. Һүҙ СВО-ла ҡатнашҡан Доставалов, Шайморатов һәм Салауат Юлаев исемендәге батальондар хаҡында бара. 

Хәрбиҙәр араһында дүрт-алты айға йә срокһыҙ килешеү төҙөгәндәр бар. 

- Беҙ ҡарар ҡабул иттек, минеңсә, ул ғәҙел һәм барыһы өсөн дә тигеҙ. Әгәр беҙҙең хәрби махсус операцияла 180 көн хеҙмәт иткән икән – республика уға 200 мең һум аҡса түләй. Тағы ла 180 көн хеҙмәт итһә – тағы ла 180 мең һум. Мин указға ҡул ҡуйҙым бик күп һалдат был аҡсаларҙы аласаҡ, - тип белдерҙе республика етәксеһе.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: