Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ғинуар 2023, 12:44

Ә һеҙҙең өләсәйегеҙҙе ошолайтып санала һөйрәгәнегеҙ бармы?

Был видеола Ейәнсура районының Байыш ауылынан 85 йәшлек Шәрифә инәйҙе ейәнсәрҙәре санала ғына йөрөтә. Әйткәндәй, инәй үҙе лә шәп, күҙ теймәһен, теләһә кемде санала һөйрәрлек хәлдә әле. Шулай ҙа ейәнсәрҙәренең уға булған хөрмәте һоҡланыу ғына уята түгелме? Дуҫтар, яҙма аҫтына олатай-өләсәйҙәрегеҙҙе нисек итеп яратыуығыҙҙы, ҡәҙерләүегеҙҙе яҙығыҙ, фото һәм видеояҙмаларығыҙ менән уртаҡлашығыҙ. Бәлки, шәп флешмоб та килеп сығыр! 

Видео: Т. Аманов.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: