Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ғинуар 2023, 19:00

Бер хеҙмәткәр ҙә эштән ҡыҫҡартылмаған

Үткән йылдың 1 ноябрендә БДУ һәм БДАТУ ҡушылып, Өфө фән һәм технологиялар университеты барлыҡҡа килгәйне. – Бөгөн 42 меңгә яҡын студенты булған Өфө фән һәм технологиялар университеты Рәсәйҙең иң ҙур биш университеты иҫәбенә инә. Электр хәрәкәте, геном технологиялары, аҡыллы етештереү кеүек яңы йүнәлештәрҙе үҫтереү башланды, – тип белдерҙе ЦУР-ҙа үткән оператив кәңәшмәлә университетта ректор вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров.

Бер хеҙмәткәр ҙә эштән ҡыҫҡартылмаған
Бер хеҙмәткәр ҙә эштән ҡыҫҡартылмаған

Үткән йылдың аҙағында гранттар буйынса совет юғары уҡыу йортон «Өҫтөнлөк-2030» программаһының өсөнсө категорияһына күсереү, финанслауҙы өс тапҡырға арттырыу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Тиҙҙән «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженер мәктәбе проектын яҡлау бурысы тора.

Вадим Петрович әйтеүенсә, үҙгәртеүгә бәйле бер студент та ауырлыҡ кисермәгән, бер хеҙмәткәр ҙә эштән ҡыҫҡартылмаған.  Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты хеҙмәткәрҙәре менән ғәмәлдәге хеҙмәт килешеүҙәренә бөтә шарттарҙы һаҡлап өҫтәмә килешеүҙәр төҙөлгән.

Тиҙҙән ғилми-белем биреү бүлексәләренең оптималь ойоштороу структураһын булдырыу йәһәтенән ентекле эш башланасаҡ. Уставҡа ярашлы, мөмкин булған үҙгәрештәрҙе университеттың ғалимдар советы ҡараясаҡ һәм ҡабул итәсәк, ә унан алда  Радий Фәрит улы етәкселек иткән күҙәтеү советына күрһәтеләсәк.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: