Башҡортостанда ошондай белем усаҡтарын булдырыу дауам итә, төбәгебеҙҙә йәшәүсе халыҡтар телдәре нигеҙендә дүрт мәктәп асылған: шуларҙың икәүһе – Өфөлә, Нефтекамала һәм Стәрлетамаҡта – берешәр. Уларҙа барлығы 158 класс булдырылған, барлығы 4800 уҡыусы белем ала. Алдағы көндәрҙә Учалыла, Аҡъярҙа, Мишкәлә, Асҡында, Үрге Тәтешлелә һәм Бишбүләктә лә ошондай полилингваль мәктәптәр асыласаҡ.
Фото: Т. АМАНОВ.