Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар , 18:00

Ял көндәре спорт сараларына бай булды

Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында БР Спорт министрлығы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған район хакимиәте башлығы кубогына ветерандар араһында хоккей буйынса турнир үтте. Турнир һөҙөмтәләре буйынса Йылайыр районы командаһы  икенсе  урын яуланы.

Ял көндәре спорт сараларына бай булды
Ял көндәре спорт сараларына бай булды

Иҫәнғол ауылында, БР уҡыусылары спартакиадаһына ярашлы,  2008 – 2009 йылғы егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында волейбол буйынса ярыштарҙың зона-республика этабы уҙҙы. Йылайыр районы исеменән ҡыҙҙар араһында Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы, егеттәр араһында Юлдыбай урта мәктәбенең үҫмерҙәре сығыш яһаны. Командалар лайыҡлы уйнап,  егеттәр өсөнсө урын алды.

Шулай уҡ Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында шахмат буйынса турнир үтте. Йылайыр районы исеменән Дамир Солтанов, Илдус Таҡалов һәм Татьяна Сучковалар лайыҡлы сығыш яһаны. Уйын һөҙөмтәләре буйынса ветерандар араһында Юлдыбай ауылынан Дамир Солтанов  беренсе урын яуланы, ир-егеттәр араһында Илдус Такалов – беренсе, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Татьяна Сучкова икенсе урын алды.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Ял көндәре спорт сараларына бай булды
Ял көндәре спорт сараларына бай булды
Ял көндәре спорт сараларына бай булды
Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в