Салауат районында еңел автомобиль ағас тейәгән йөк машинаһына бәрелеп, өс кешенең һәләк булыуы хаҡында яҙғайныҡ. "КП" авария сәбәптәре һәм һәләк булыусыларҙың шәхесе хаҡында яҙып сыҡты. Фажиғәлә еңел машинаның 37 йәшлек водителенең һәм уның 12 йәшлек улының ғүмере өҙөлгән. Шулай уҡ аварияла уларҙың туғаны, Ауырғазы районының Мораҙым ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Таңһылыу Яхина һәләк булған.
Мораҙым ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре мәрхүмәнең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашҡан. Туғандары һәм коллектив ағзалары әле булһа Таңһылыу Буранбай ҡыҙының һәләк булыуына ышанмай.
– Таңһылыуҙың беҙҙе мәңгелеккә ташлап китеүенә лә өс көн булып китте. Барыһын да шаңҡытҡан фажиғәле үлем тартып алды уны. Мораҙым ауылына аяҙ күк төҫөндәге никах күлдәктәре кейеп килен булып төштө, бейеп йөрөгәндәй еңел генә аҙымдары менән эшкә йүгерә лә башланы. Тап шул ваҡытта Мораҙым ауылы етди конкурсҡа әҙерләнә ине. Ҡатын- ҡыҙҙар йыйылышып ансамбль төҙөнөләр, йырҙар йырлайбыҙ. Таңһылыу беҙҙең уртала. Әле ауыл кешеләрен йүнләп белмәһә лә һәр береһе менән асыҡ аралаша, көлә, йылмая, көлдөрә. Сәхнәлә осоп йөрөп бейей, балҡып тора ине Таңһылыуыбыҙ. Балаларыбыҙға матур бейеүҙәр өйрәтте. Сәхнәләрҙә оло инәйҙәрҙе лә, бәләкәстәрҙе лә үҙе кеүек балҡырға, нур һибергә өйрәтә ине. "Ине" тип яҙырға ла ҡул да бармай. Чатта: "Апайҙар, «Умырзая»лар, йырларға килегеҙ. Бейеүҙе ҡабатлайыҡ", - тип яҙыр төҫлө. Ҡаршыға Ильнур менән етәкләшеп, көлә-көлә хәбәр һөйләшеп килеп сығырҙар кеүек. Тыныс йоҡла, Таң һылыуы. Бәхил бул. Ауыр тупраҡтарың еңел, йәнең йәннәттә булһын. Ауырғазы районы Мораҙым ауылының "Умырзая" йыр ансамбле Таңһылыу Буранбай ҡыҙының ҡыҙҙары Мәҙинә һәм Ынйының, ата-әсәһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Сабырлыҡ һәм түҙемлек теләй, - тип яҙа мораҙымдар.