Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2023, 18:36

"Ғәфү һорар инем..."

Өфөлә бер ҡатын дүрт тиҫтә йыл элек бала табыу йортонда ҡалдырып киткән улын эҙләй.

"Ғәфү һорар инем..."
"Ғәфү һорар инем..."

Өфөлә бер ҡатын бала табыу йортонда ҡалдырып киткән улын эҙләй. Мария Гаврюшина әйтеүенсә, ул үҙенең улын 1984 йылда Өфөнөң 3-сө бала табыу йортонда бер айға ҡалдырып торған, әммә шул көндән бәйләнеш өҙөлгән. Ошо көнгәсә әсәнең сабыйын уйламаған, эҙләмәгән көнө юҡ. 

Мария һөйләүенсә, уның улы 27 декабрҙә донъяға килгән. Бала тыуғас та ҡатын бер айға (торлаҡ тапҡанға тиклем) уны ҡалдырыуы хаҡындағы аңлатмаға ҡул ҡуя. Ә ул баш тартыу ғаризаһы булып сыға, бер аҙҙан әсә сабыйын уллыҡҡа алыуҙары хаҡында белеп ҡала.

– Миңә 18 йәш ине, үҙемде бер нисек тә аҡларға теләмәйем. Янымда миңә тейешенсә кәңәш бирерҙәй кеше лә юҡ ине. Шулай дөрөҫ булыуын тылҡыған «аҡыллы» өлкәндәр генә бар ине. Шул көндән алып мин улымды эҙләйем, әммә әлегә бер һөҙөмтә лә юҡ, – ти Мария.

Яңыраҡ ул социаль селтәрҙәрҙәр аша эҙләп ҡарамаҡсы булған. Ул балаһынан ғәфү һорарға һәм хәленән килгәнсә ярҙам итергә теләй.

– Улымдан барыһы өсөн дә ғәфү үтенергә теләйем. Хәлемдән килгәнсе уға ярҙам итер инем. Уны уллыҡҡа алған ғаилә йә берәй мәғлүмәт белгән кешеләр миңә шылтыратһын ине. Бәхетемдең иң ҙур шул булыр ине, әммә әлегә хыял итергә генә ҡала. Улым әле лә Гаврюшин фамилияһын йөрөтәлер, бәлки. Үҙемдең йәш саҡтағы фотоһүрәтемде лә ҡуям. 

Ҡатындың телефон һандары – +7 908 558 10 50 (WhatsApp).

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: