Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2023, 08:17

Өйҙө төрлө сирҙән, күҙ тейеүҙән, сихырҙан нисек таҙартырға?

Мөжәүир хәҙрәт өй  эсен төтәҫләргә киптерелгән артыш, мәтрүшкә, боланут үләнен ҡулланырға ҡушҡан.  

Өйҙө төрлө сирҙән,  күҙ тейеүҙән, сихырҙан нисек таҙартырға?
Өйҙө төрлө сирҙән, күҙ тейеүҙән, сихырҙан нисек таҙартырға?

«Уның үҙенсә бер тәртибе бар. Башта тәһәрәтләнәбеҙ, доғалар уҡыйбыҙ. Еләҫ ерҙә генә киптерелгән артыш, мәтрүшкә, боланут үләнен самалап алабыҙ. Шунан үләндәрҙе бер-бер артлы тәрилкә һымағыраҡ һауытҡа һалып ут ҡабыҙабыҙ. Иң беренсе артыш, шунан мәтрүшкә, артабан боланутты яндырабыҙ, аҙаҡ төтөнө менән өйҙө төтәҫләйбеҙ. Ишектең һул яғынан башлайбыҙ, сәғәт теле йөрөүе буйынса барабыҙ. Мөйөштө аҫтан өҫкә төтәҫләйбеҙ. Үлән ҡайһы ерҙә шытырлап яна, шул ерҙә төтөнлө һауытты оҙағыраҡ тоторға кәрәк. Изге әүлиәбеҙ ошолай итеп йылына бер нисә рәт өйҙө таҙалап торорға ҡушҡан. Шунан кешенең тормошо ыңғайланыр, һаулыҡ-сәләмәтлеге арыуланып, үҙ- ара мөнәсәбәттәре көйләнеп китер».

Лира Яҡшыбаеваның «Мөжәүир хәҙрәт» китабында «Хәҙрәт үләне» бүлеге Баймаҡ районының  Иҫке Сибай ауылынан Баймөхәмәтова Разия Хәйбулла ҡыҙы хәтирәләренә таянып яҙылған.

   Ғабдулла Сәиди мәҙрәсәһендә уҡыған сағында уҡ Мөжәүир хәҙрәт мөршиденән үләндәр менән дауалау серен ныҡлап өйрәнә.

   — Дауа беҙҙең аяҡ аҫтында, шифалы үләндәрҙе беҙ тапап йөрөйбөҙ, — тип әйтә торған булған ул. Үҙе лә күпләп артыш, йыуа, балан, боланут үләне, дегәнәк тамыры һәм башҡа бик күп шифалы үлән-тамырҙарҙы һәм емештәрҙе йыйыр булған. Ауырып килгәндәргә биреп ебәргән, үҙҙәренә лә ваҡытында йыйып алырға тәҡдим иткән.

Разия апай хәтерләй:

   — Бер Мөжәүир хәҙрәткә барғайным, — ти, — күренергә килгән һәр кем ҡулында боланут үләне. Кешеләр белеп, хәҙрәт үләнен үҙҙәре тотоп килгән, тип уйлай Разия апай. Шулай ҙа һорарға була:

   — Ниңә бөтәгеҙҙең ҡулында был үлән?

   — Юлда ултыра ине, алдыҡ, — тиҙәр күренергә килеүселәр.

   Шунда Разия апай бының хәҙрәт хикмәте икәнен аңлай.

   Кешеләрҙең, килгәндә осраған үләнде «Бисмилләһир- рахмәнир-рахим» тип өҙөп алырға кәрәк, сөнки уны олатай юлға үҙе сығарып ҡуя икән, тип әйтеүҙәре иҫенә төшә. Тимәк, был шифалы үлән бөгөн килеүселәрҙең юлында үҫеп ултырған.

   Боланут, айырыуса, эскелектән яфаланган ауырыуҙарға килешкән. Ул араҡыны эске килеү теләген туҡтатҡан, эсәк-ашҡаҙан эшмәкәрлеген яйға һалған. Ҡан тамыры, ҡан баҫымы кеүек сирҙәрҙе иҫкәрткән. Күҙ ауырыуы менән яфаланыусыларға бермә-бер килешкән.

Лира Яҡшыбаева. “Мөжәүир хәҙрәт” китабынан өҙөк.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: