Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2023, 19:57

Республика фестиваленең финал этабында әбйәлилдәр – еңеүсе

«Яңы йыл ғаилә уйындары» сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу, Башҡортостан халҡын физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең сәләмәтлеген нығытыу маҡсатында ойошторола. Республика фестиваленең финал этабы баш ҡалабыҙҙа уҙҙы.  

Республика фестиваленең финал этабында әбйәлилдәр  – еңеүсе
Республика фестиваленең финал этабында әбйәлилдәр – еңеүсе

Фестивалдең финал этабында муниципаль этаптарҙың абсолют еңеүселәре – 69 ғаилә командаһы ҡатнашты, уларҙың балалары I – IV  кластарҙа уҡый.

Шулай итеп, кемдәр еңеүсе булдымы? Беренсе урынды Әбйәлил районынан ҡатнашыусы ғаилә командаһы яуланы, икенсе урынға яңауылдар сыҡты, өсөнсө урында – Йылайыр районынан ҡатнашыусы ғаилә.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: