-2 °С
Ясна
400 грамм ҡоро печенье, 150 грамм иретелгән аҡ май , бер банка ҡуйыртылған һөт , 2-3 ҡалаҡ какао кәрәк.
Ҡоро печеньены ит турағыстан сығарырға. Уға иретелгән аҡ май, какао,ҡуйыртылған һөт ҡушып, барыһын бергә болғатырға һәм колбаса формаһында эшләп, полиэтилен моҡсайға һалып, һыуытҡысҡа ҡуйырға. Иртәнгә тәмле, татлы «колбаса» әҙер ҙә була.
Был тәмлекәскә ваҡланған сәтләүек ҡушһағыҙ, тағы ла тәмлерәк булыр.
Фото: honey-way.ru