Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2023, 21:16

Ҡәһүәне алмаштырыусы эсемлектәр

Ҡәһүәне алмаштырыусы эсемлектәр ҙә бар.

Ҡәһүәне алмаштырыусы эсемлектәр
Ҡәһүәне алмаштырыусы эсемлектәр

Шуларҙың береһе – цикорий.  Ул В төркөмө витаминдарына, С витаминына, калийға, тимергә, кальцийға һәм башҡа микроэлементтарға бай.  Тик шулай ҙа был эсемлек варикоз, астма, үт ҡыуығы һәм геморой менән сирләгән кешеләргә эсергә ҡушылмай. Шулай уҡ уны өс йәшкә тиклемге балаларға бирергә лә ярамай.

Гуарана ла үҙенән-үҙе файҙалы. Баш ауыртҡанда ярҙам итә, йөрәк ритмын яҡшырта һәм тынысландыра. Тик унда ҡәһүәгә ҡарағанда ла кофеин күберәк. Шуға күрә гуарана ярҙамында кофеинға бәйлелектән ҡотолоп булмай.  Шулай уҡ нутрициолог уны биш йәшкә тиклемге балаларға, йөклө һәм имеҙеүсе ҡатын-ҡыҙҙарға, артрит һәм хроник депрессия ваҡытында эсергә кәңәш итмәй.

 

 

фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: