Әбйәлил районы (рус. Абзелиловский район) — Башҡортостан Урал аръяғының урта өлөшөн биләй, Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны 4289 км². Район үҙәге — Асҡар ауылы. 2010 йылда районда 45,8 мең кеше йәшәгән (1970 — 40,5, 1979 — 38,3, 1989 — 39,5, 1995 — 40,5). Халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 9 кешенән ашыу. Күпселек башҡорттар һәм урыҫтар. Районда 91 ауыл бар, шулар араһынан иң ҙурҙары Асҡар (1989 — 5,3 мең кеше), Ҡыҙыл Башҡортостан (2,0 мең) һәм Сиҙәм ауылы (1,7 мең).
Юлай Кәримов фотоһы.