Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2023, 16:35

Ун биш йыл үтһә лә, өмөттәр өҙөлмәй

12 йәшлек Азамат Сәғәҙиев кис урамға һәм кире әйләнеп ҡайтмай.

Ун биш йыл үтһә лә, өмөттәр өҙөлмәй
Ун биш йыл үтһә лә, өмөттәр өҙөлмәй

Башҡортостанда 15 йыл элек юғалған Азамат Сәғәҙиевты эҙләйҙәр. 

12 йәшлек малай 2008 йылдың 24 сентябрендә киске сәғәт ун тирәһендә Жуков урамындағы йортонан сығып китә. Бөгөнгәсә уның ҡайҙалығы билдәһеҙ. РФ Тәфтиш комитеты тарафынан ҡуҙғатылған енәйәт эше әле булһа ябылмаған. 

Азамат юғалған көндә ҡара-күк төҫтәге ҡыҫҡа куртка, көләпәрәле ҡара кофта, ҡара төҫтәге спорт салбары, ҡара сепрәк кеды кейгән булған. Малайҙың билдәләре: ябыҡ кәүҙәле, буйы 150-155 сантиметр, бите түңәрәк, ҡыҫҡа сәсле, ҡаштары һоро, күҙҙәре ҡара. Әгәр Азаматты күреүселәр йә уның тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт белеүселәр булһа, Тәфтиш комитетың ышаныс телефонына шылтыратыуығыҙ һорала.

Белгестәр Азаматтың яҡынса фоторәсемен эшләгән. Унан беҙгә 20-25 йәштәрҙәге егет төшөрөлгән. 

Ун биш йыл үтһә лә, өмөттәр өҙөлмәй
Ун биш йыл үтһә лә, өмөттәр өҙөлмәй
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: