Нисек ғариза бирергә:
уҡыусылар ғаризаны үҙҙәренең мәктәбендә яҙа
уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар ғаризаны район мәғариф идаралығында яҙа ала
Ғаризала имтихан бирәсәк предметтарҙы һанап сығырға кәрәк.
Уҡыусылар өсөн ике фән - рус теле һәм математика мотлаҡ булып ҡала. Шул уҡ ваҡытта, имтихан биреүсе математиканан берҙәм дәүләт имтиханының бер генә кимәлен - база йәки профилле кимәлен һайларға тейеш.
Уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлап, аттестат алған сығарылыш уҡыусылары математика буйынса профилле кимәлдә генә һынау тота ала.
Имтиханда ҡатнашыусылар башҡа фәндәрҙе үҙҙәре һайлай. Улар юғары уҡыу йортонда белем алырға теләгәндәр өсөн кәрәк.
☎ БДИ һәм ТДИ мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия телефоны: 8 (347) 218 03 81, 8 (347) 218 03 28.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан