Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар 2023, 11:48

Юлдыбай ауылында аҡһаҡалдар ҡоро барлыҡҡа килде

Йылайыр районының Юлдыбай ауылында «Ағинәйҙәр» ойошмаһы күптән эшләп килә. Ә бына  аҡһаҡалдар ҡоро булдырылмаған ине. Ниһайәт, ауылдың мәҙәни һәм ял итеү үҙәгендә ойошторолған «Биле ныҡтың – иле ныҡ» сараһында әлеге ир-егеттәр ойошмаһына ла нигеҙ һалынды.  

Юлдыбай ауылында аҡһаҡалдар ҡоро барлыҡҡа килде
Юлдыбай ауылында аҡһаҡалдар ҡоро барлыҡҡа килде

Юлдыбай ауылы хакимиәте башлығы Илнур Илшат улы Ҡорбанғәлиев күптән аҡһаҡалдар ҡорон булдырыу ниәте менән яна ине. Уның уйын ветерандар советы рәйесе Рәшит Ғәлимйән улы Иҫәндәүләтов та күтәреп алып, әлеге сара үткәрергә планлаштырыла. Был сарала ағинәй Әнисә Ишбулды ҡыҙы Алсынова матур теләктәрен әйтеп, оло эш башлауҙарын хуплап сығыш яһай. Бында ҡорға индереләсәк ир-егеттәр ҙә билдәләнә. Уларҙың араһында аҡһаҡалдар ҙа, урта йәштәгеләр ҙә булыуы ҡыуаныслы. Ағинәйҙәр һәр ир-егеттең биле ныҡ булһын, биле ныҡтың – иле ныҡ, тип оло теләк еткереп, билдәренә билбау бәйләү йолаһын да башҡара.
– Киләсәктә өр-яңы ойошма ҙур эштәр башҡарыр, ауылыбыҙ үҫешенә тос өлөш индерер, һәр саҡ алдынғылар рәтендә булыр һәм ойошма тағы ла тулыланыр, тигән өмөттә генә ҡалмайбыҙ, ә ышанабыҙ. Һеҙҙән өйрәнәһе, өлгө алаһы эштәребеҙ күп әле. Аҡ юл һеҙгә, ир-уҙамандарыбыҙ! – ти юлдыбайҙар.

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: