Буласаҡ пенсионерҙарҙың пенсия хоҡуҡтары ла индексациялана - ғинуарҙан алып Башҡортостанда коэффициент хаҡы - 123,77 һумға, билдәләнгән түләү күләме 7 567,33 һумға тиклем күтәрелде.
Эшләп йөрөгән пенсионерҙар хеҙмәт эшмәкәрлеген туҡтатҡандан һуң, эшләгән ваҡытта башҡарылмаған бөтә индексацияларҙы иҫәпкә алып, яңы күләмдә пенсия ала башлаясаҡ. Пенсия күләме эштән киткәндән һуң икенсе айҙың беренсе көнөнән яңынан иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта йыл һайын 1 августан эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы уҙған йылда эш биреүсе түләгән страховка иғәнәләрен иҫәпкә алып ҡайтанан ҡарала.
Эшкә урынлашҡан осраҡта пенсия күләме кәмемәй. Ләкин 1 ғинуарҙан планға ярашлы пенсияны арттырыу йәнә эштән киткәнгә тиклем туҡтатыла.
Ентеклерәк - Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса сәхифәһендә.
Фото: Т. АМАНОВ.