Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Января 2023, 13:58

«Керәшен һыуыҡтары» төбәк-ара йыр конкурсы башланды

"Керәшен һыуыҡтары" - сағыу, онотолмаҫ йәшлек байрамы".

«Керәшен һыуыҡтары» төбәк-ара йыр конкурсы башланды«Керәшен һыуыҡтары» төбәк-ара йыр конкурсы башланды
«Керәшен һыуыҡтары» төбәк-ара йыр конкурсы башланды

Бөрөлә XXVII «Керәшен һыуыҡтары» төбәк-ара йыр конкурсы үткәрелде.

Сараны Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев асты. 

- "Керәшен һыуыҡтары" - сағыу, онотолмаҫ йәшлек байрамы, йырҙар, музыка, шатлыҡлы осрашыуҙар һәм ижади илһам. Ул республика ҡала-райондарынан ғына түгел, илдең башҡа төбәктәренән дә талантлы музыканттарҙың, башҡарыусыларҙың һәм бейеүселәрҙең яңы исемдәрен аса. Фестиваль ижади коллективтарға ҙур сәхнәгә сығырға мөмкинлек бирә.

Профессиональ сәхнә талантлы йәштәрҙе дәртләндерә, башҡарыу оҫталығы кимәлен күтәрә. Популяр музыка һәм бейеү проектында ҡатнашыусыларҙың ижады һәм һәләте артабан да үҙешмәкәр сәнғәт мәҙәниәтен үҫтереүгә һәм күп милләтле Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй халҡын рухи байытыуға ыңғай йоғонто яһар, тип ышанам, - тип билдәләнә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡотлауында.

Быйыл Башҡортостан Республикаһы, Силәбе өлкәһе һәм Дағстан Республикаһының 30 муниципаль берәмегенән 370-тән ашыу кеше проектта ҡатнашыуға заявка биргән.

Фестиваль тарихында Бөрө ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Ҡазан, Еатеринбург, Тольятти, Киев, Силәбе, Төмән, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы ҡалаларынан һәм райондарынан һигеҙ меңгә яҡын йырсы, музыкант, бейеүсе сығыш яһаны.

Проект Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығында уҙғарыла һәм республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары мәҙәниәт өлкәһендә йыл һайын үткәрелеүсе төп (бренд) саралар исемлегенә инә.

Ойоштороусылар: Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт Министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөрө районы хакимиәте.

 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас