Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Января 2023, 11:15

Физкультура дәрестәренә лапта уйыны индереләсәк

Рәсәйҙең мәғариф министрлығы мәктәп уҡыусылары өсөн лапта  уйыны буйынса белем биреү курсы әҙерләгән.

Физкультура дәрестәренә лапта уйыны индереләсәкФизкультура дәрестәренә лапта уйыны индереләсәк
Физкультура дәрестәренә лапта уйыны индереләсәк

«Лапта» модуле I – XI класс уҡыусылары өсөн физкультура һәм дәрестән тыш эшмәкәрлек дәрестәрендә тормошҡа ашырыласаҡ. Лапта уйыны уҡыусыларҙың – ГТО тапшырыуға, ә егеттәрҙең Рәсәй ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеүгә әҙерлеген яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләнә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас