Был хәл 30 сентябрҙә Благовар районындағы бер ташландыҡ фермала булған. Урындағы суд мәғлүмәттәре буйынса, ике иҫерек ҡатын ихатала йөрөгән этте ташландыҡ фермаға алып барған һәм уның муйынына бау бәйләп, өҫкә элеп ҡуйырға маташҡан. Әммә быға иҫеректәрҙең көсө етмәгән. Артабан улар балаларҙың күҙ алдында этте кирбес менән туҡмай башлаған.
Бәхеткә күрә, ауыл ветеринарҙары ауыр йәрәхәтләнгән этте ҡотҡарып өлгөргән – хайуандың тиреһе йыртылыуы, һөйәктәре һыныуы һәм башы йәрәхәтләнеүе асыҡлана.
Судта ҡатындар үҙ ғәйебен тулыһынса таный. Уларға 20 мең һум күләмендә штраф һалына.